Башҡортостанда пассажирҙарҙы билетһыҙ йөрөтөүсе автобус водителдәре асыҡлана.
Федераль һалым хеҙмәте Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы менән берлектә маршрут автобустарының касса терминалдарын һәм билеттарҙың һатыу-һатылмауын тикшерә. Сөнки бөгөн күп кенә водителдәр юл өсөн хаҡты ҡоролма аша үткәрергә ашыҡмай. Шулай итеп хужалар табыштарын күләгәгә йәшереп, һалым түләүҙән ҡасыу яғын ҡарай.
Көндәлек табыш әллә ни ҙур түгел. Сменаһына 2-3 мең йыйылһа бик ҡулай, әммә ҡайһы бер көндәрҙә яғыулыҡҡа саҡ етеп ҡала тип аҡлана водителдәр. Ә бына һалым хеҙмәткәрҙәре бөтөнләй икенсе фекерҙә. Улар әйтеүенсә, отошло маршруттарҙа хужаларҙың табышы көнөнә ун мең һумға тиклем барып етә. Әммә бер кем дә әйләнештә күпме аҡса йөрөгәнен аныҡ ҡына әйтә алмай. Был проблеманы терминалдар ярҙамында ғына хәл итергә мөмкин.
Һалымдан ҡасыусы водителдәрҙең эшмәкәрлеге республика етәксеһендә ҙур ризаһыҙылыҡ тыуҙырҙы. Радий Хәбиров билдәләүенсә, былтыр шәхси маршрут хужалары ҡаҙнаға ни бары 11 милилион һум ғына һалым күсергән.
Рейд барышында асыҡланған законды боҙған водителдәргә ҙур күләмдә штраф һалына. Әгәр ҙә улар пассажирҙарҙы артабан да терминалһыҙ хеҙмәтләндереүен дауам итһә, уларға эшмәкәрлектәрен туҡтатыу ҡурҡынысы янай.