газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Сентябрь 2019, 15:45

Луиза Хәйруллина эҙенән

Өфөлә банк кассаһынан ҙур сумма аҡса урлауҙың йәнә бер осрағы асыҡланды. Калинин районында урынлашҡан “Открытие” кредит ойошмаһы хеҙмәткәре рекордлы 43 миллион һум аҡсаны урлаған.

Өфөлә банк кассаһынан ҙур сумма аҡса урлауҙың йәнә бер осрағы асыҡланды. Калинин районында урынлашҡан “Открытие” кредит ойошмаһы хеҙмәткәре рекордлы 43 миллион һум аҡсаны урлаған.

Финанс ойошмаһында эшләүсе кассир Лилиә Аҙнабаева 6 миллион ярым һум сәлдереп ҡулға алынды. Ошо енәйәт эшен тикшереү барышында кредит ойошмаһынан тағы ла 43 миллион ярым һум юғалғаны билдәле булды. Ә банктта береһе лә бер-нимә лә йәнәһе белмәй. Асыҡланыуынса, банк менән идара итеүсе 2017 йылдың ғинуарынан 2019 йылдың июленә тиклем аҡса сәлдергән. Латыпова фамилиялы хеҙмәткәр 43 миллион ярым һумға “айыу майы һөрткән”. Ә енәйәт асыҡланмаһын өсөн 50-нән ашыу кешенең вкладын япҡан. Был ҡырын эштә уға ярҙам итеүселәр ҙә булған. Аҡса урлауҙа ғәйепләнгән банк менән идара итеүсе яңы төҙөлгән йортта йәшәй. Ул бында бер йыл элек тирәһе күскән. Ире һәм балаһы бар икәне билдәле. Күршеләре менән йүнләп аралашмағас, 39 йәшлек ҡатынды улар яҡшылап ҡылыҡһырлай алмай.
Читайте нас: