Магазин кәштәләрендә бөгөн ниндәй генә балыҡ һатылмай, йәнең теләгәнен һатып алырға мөмкин. Әммә ыҫланған, ҡаҡланған һәм киптерелгәндәре сәләмәтлеккә зыян килтереүе лә ихтимал икән.
Был хаҡта «Роспотребнадзор» үҙәк эпидемиология ғилми-тикшеренеү институтының CMD молекуляр диагностика үҙәге белгесе Михаил Лебедев белдергән. Уның һүҙҙәренсә, Рәсәй балығында тәбиғи сығанаҡлы паразиттар булыуы ихтимал. Описторхоз ауырыуын, мәҫәлән, шул паразиттар сығара. Сир үт ҡыуығына, ашҡаҙан аҫты биҙенә, шулай уҡ бауырға һәм башҡа органдарға зыян килтерә. Описторхозды дауаларға була, әммә ул – ҡатмарлы һәм оҙаҡ процесс.
Лебедев билдәләүенсә, балыҡты ҡаҡлау йәки киптереү алдынан һис шикһеҙ туңдырырға кәрәк. Уның технологияһы ҡатмарлы түгел. Температура түбән булған һайын, ваҡыт аҙ талап ителә. Мәҫәлән, 27 градус һалҡында балыҡты 12 сәғәткә яҡын эшкәртергә кәрәк.
Ағыуланмау һәм зыян күрмәү өсөн, был өлкәлә махсуслашҡан предприятиеларҙың балыҡтарын һатып алырға кәрәк. Билдәле булыуынса, ыҫланғанды өйҙә лә, эре предприятиеларҙа ла әҙерләйҙәр. Ыҫлау ҡайнар һәм һалҡын төрҙә була. Эксперт билдәләгәнсә, һалҡын ыҫлау ваҡытында зарарлы микроорганизмдарҙың термик эшкәрткәндә лә иҫән ҡалыуы мөмкин. Ә бына ҡайнар ысул менән ыҫланған балыҡта паразиттар юҡ. Тик шуны иҫтә тоторға кәрәк: янған ваҡытта балыҡҡа ағыулы химик ҡушылмалар эләгеүе ихтимал.
Яратып ашаған ризығыбыҙ берүк беҙҙе ағыулай күрмәһен, һаҡ булайыҡ.