Эй, ялҡытты бит аҫтағы күрше, балконына сыға ла тәмәке көйрәтә, ә уның төтөнө минең фатирға тула. Ниһайәт, рәхәтләнеп тын алып ҡалабыҙ икән.1 октябрҙән башлап торлаҡ йорттарҙың балконында, лоджияла тәмәке тартыу тыйыла.
Рәсми документҡа ярашлы, янғынға ҡаршы режим ҡағиҙәләренә яңы үҙгәрештәр индерелә. Яңы нормалар буйынса балконда, лоджияла, торлаҡ йорттарҙа, дөйөм ятаҡта һәм ҡунаҡханаларҙа асыҡ ут ҡулланыу тыйыла.
Бынан тыш, кинотеатрҙарҙа сеанс башланыр алдынан янғын ваҡытында үҙеңде нисек тотоу тураһында сюжеттар күрһәтеләсәк.
Документҡа ярашлы, магазиндарҙа тауар ҡабул итеү зонаһы һатып алыусылар өсөн булдырылған эвакуация ишектәре менән киҫешмәҫкә тейеш. Дауаханаларҙа ауыр хәлдәге пациенттарҙы, балаларҙы беренсе ҡатта урынлаштырыу талап ителә. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан белдереүҙәренсә, ут яндырыу ҡағиҙәләрен инҡар итеүселәргә административ, хатта енәйәт эше ҡуҙғатылыуы ихтимал.
Балконда, лоджияла тәмәке тартҡан өсөн өс мең һум штраф ҡаралған, ә инде янғын сығыуға сәбәпсе булғанда, уның күләме биш мең һумға тиклем барып етәсәк. Әгәр ҙә ташланған тәмәкенән ут сығып, балкон йәки бер нисә фатир зыян күрһә, енәйәт яуаплылығы ҡаралған.