Фотолағы күренешкә ышанырғамы, юҡмы? Дөрөҫ күрәһегеҙ - ҡар яуа, юл ситендә берәү үлән саба. Хужа үҙенә бесән әҙерләй, тип уйламағыҙ. Был коммуналь-хужалыҡ хеҙмәткәре булырға тейеш. Социаль селтәрҙәрҙә берәүҙәр был хәлдән көлдө, икенселәр улән сабыусыны йәлләне.
Баҡһаң, аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров юл ситтәрендә үлән үҫеүе менән ризаһыҙлығын белдергән. Юл юл һымаҡ булырға тейеш бит, ә бесәнлек түгел. Шуға ла "коммунальщиктар" тәртип булдырырға сыҡҡан. Рашҡы яуған да ебәргән.