Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Сентябрь 2019, 17:35

Врачтар арҡаһында бала бәхетенән мәхрүм

Кореяла медиктар әсәй булырға хыялланған ҡатынды был бәхеттән мәхрүм иткән. Нисек тиһегеҙме? Табиптар буласаҡ әсәләрҙе бутап, берәүһенә яңылыш... аборт яһай.

Кореяла медиктар әсәй булырға хыялланған ҡатынды был бәхеттән мәхрүм иткән. Нисек тиһегеҙме? Табиптар буласаҡ әсәләрҙе бутап, берәүһенә яңылыш... аборт яһай.

Йәш ҡатын үҙенең йөклө икәнен белгән көндө бала табыу йортона мөрәжәғәт итә. Алты аҙналыҡ ауыры булған был ҡатын балаға үҫешер өсөн кәрәкле витаминдар, минералдар биреүҙәрен һорай. Тик табиптар уның менән һөйләшеп тормай, теге бисараға наркоз ҡаҙап... аборт эшләй. Аҙаҡ наркоздан уянғас, ҡатын үҙе менән нимә булғанын аңламай. Эсе ауыртыуына түҙә алмағанлыҡтан ул ҡабаттан табиптарга мөрәжәғәт итә, ә тегеләре үҙ сиратында ҡатынға нимә булғанын аңлатып бирә.


Асыҡланыуынса, шул уҡ көндө зыян күргән әлеге ҡатынға оҡшаған берәү икенсе ҡат абортҡа килергә тейеш булған. Медиктар уларҙы бутаған булып сыға.


Аяныслы хәл буйынса тикшереү бара. Әлбиттә, бында табиптарҙың иғтибарһыҙлығы арҡаһында бала һөйөргә атлығып торған ҡатын зыян күрә, үкенесле.
Читайте нас