газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Сентябрь 2019, 12:21

Студенттарға - яңы лаборатория

ӨДНТУ-ның Салауат филиалында “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәте ярҙамы менән “Процестар һәм аппараттар” заманса лаборатория асылды.

ӨДНТУ-ның Салауат филиалында “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәте ярҙамы менән “Процестар һәм аппараттар” заманса лаборатория асылды.

Вуздың лабораторияһын яңыртыу тураһында һүҙ былтыр уҡ алып барыла башлай. Был идеяны ҡалабыҙҙың иң эре предприятиеһы күтәреп ала һәм ярҙам күрһәтергә ҡарар итә. Бинала эске ремонт эштәре башҡарыла, заманса ҡорамалдар һәм мебель һатып алына. “Уҡытыу өсөн яңы лаборатория булдырылыуы филиал өсөн мөһим ваҡиға, - ти ӨДНТУ-ның Салауат филиалы директоры Наталья Лунева. - Беҙ нефть химияһы һәм нефть эшкәртеү тармағы өсөн белгестәр әҙерләйбеҙ, шуның өсөн был лаборатория бик кәрәкле һәм ул студенттарға белемде киңерәк итеп алыу өсөн файҙалы булыр”.
Читайте нас: