газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Сентябрь 2019, 12:38

Отошло билетты ырғыта яҙғандар

33 йәшлек ҡатын йылына бер-ике тапҡыр булһа ла лотерея билеты уйнатырға тырыша.

33 йәшлек ҡатын йылына бер-ике тапҡыр булһа ла лотерея билеты уйнатырға тырыша.


7 сентябрҙә лә сираттағы билетын һатып ала ла өйҙә ҡағыҙҙар араһына һалып ҡуя. Шуның менән билет тураһында бөтөнләй онота. Бер аҙнанан ғаилә яңы йортҡа күсенә. Әсә кеше ҡыҙының ҡағыҙҙарын йыйыштырып йөрөгәндә әлеге билетты күреп ҡала һәм ҡыҙыҡ өсөн генә тикшертеп ҡарай. Ул бәхетле билет булып сыға: отош – 50 мең доллар!


“Кәрәкле ҡағыҙҙары юҡмы икән тип кенә ҡарай башлағайным”, – ти ҡыҙҙың әсәһе, билетты сүп биҙрәһенә ташламағанына ҡыуанып. Был яңылыҡ билет хужаһын шаҡ ҡатыра. “Призды отпуск ялымды үткәргәндә тотонорға, ҡалған өлөшөн инвестицияға һалырға теләйем”, – ти еңеүсе.

Ҡайҙа булған тиһегеҙме был бәхетле ваҡиға? Ҡыҙғаныс, беҙҙә түгел шул: Американың Лорел ҡалаһында йәшәй был даланлы кеше.
Читайте нас