газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Сентябрь 2019, 13:47

Ҡот осҡос ысул менән үс алған

Ҡурҡыныс яңылыҡ ошо көндәрҙә Төмән яҡтарынан килде. Бала ҡараусы ҡатын алты айлыҡ сабыйҙы үлтергән.

Ҡурҡыныс яңылыҡ ошо көндәрҙә Төмән яҡтарынан килде. Бала ҡараусы ҡатын алты айлыҡ сабыйҙы үлтергән.

Ата-әсә алты айлыҡ сабыйын бала ҡараусы 23 йәшлек ҡыҙға ҡалдырып, яҡындарын күмешергә тип кенә китә. Тик ҡайтыуҙарына бәпес тә, уны ҡарап торған ҡыҙ ҙа юҡ. Тиҙ арала уларҙы эҙләү иғлан ителә лә бит, тик һуң була шул.


Уларҙы өйҙән өс километр алыҫлыҡта табалар. Вәхшинең ҡулында яндырып үлтерелгән бала кәүҙәһе була.


Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, был ҡыҙ менән ғаиләләге өлкән малай араһында мөхәббәтле мөнәсәбәттәр булған. Тик егет ҡыҙҙы ташлағас, ул үс алырға ҡарар итә, күрәһең. Һәм бына ниндәй ҡот осҡос ысулын таба.


Шул тиклем аҙымға барған ҡыҙҙың психик һаулығында, бәлки, кәмселектәр барҙыр? Быны хәҙер белгестәр тикшерәсәк.
Читайте нас: