Был бәйгелә 6 кеше ҡатнашты. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Любовь Полетавкина “Пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү мәҙәнилеге”, Ирина Павлова “Теорияны иң яҡшы белеүсе”, Альбина Дементьева “Трамвай йөрөтөү оҫталығы” тигән номинациялар менән билдәләнде. Ә бөтә этаптарҙы уңышлы үткән Гүзәл Хисмәтуллина икенсе, Наталья Константинова өсөнсө урындарға лайыҡ булды. Юля Барановская үҙен эшенең ысын оҫтаһы итеп танытып, беренсе урынды яуланы.