Башҡортостанда йәнә Луиза Хәйрулина өсөн аҡса йыя башлағандар. Ни өсөн булһын инде, адвокатҡа.
Социаль селтәрҙәрҙә үҙе эшләгән банктан 25 миллион һум аҡса урлап тотолған һәм әле тәфтиш изоляторында ултырған республиканың иң билдәле кассиры өсөн йәнә аҡса йыйыу тергеҙелде. Әйткәндәй, быға тиклем асылған һәм аҡса йыйыла башлаған төркөм ябылғайны. Аҡса һораусы кеше үҙен Луизаның әхирәте Мария тип таныштыра.
“Әхирәтем Луизаға аҡса менән ярҙам итегеҙ әле. Уға ун йылға тиклем төрмәлә ултырыу янай, ә бындай ҙур сумманы йыйыуы ауыр. Луизаның атаһына ла бик ҡыйын. Мин Мария исемле әхирәте. Луиза СИЗО-ла саҡта был сәхифәлә мин ултырасаҡмын”, – тип яҙа “әхирәт”.
Был кешеләрҙең алдаҡсылар булыуында һәм кеше бәләһендә аҡса эшләп ҡалырға теләүендә шик юҡ. Моғайын, бер кем дә ышанып, аҡса күсереп ултырмаҫ. Луиза үҙе һораған хәлдә лә ярҙам итергә теләгәндәрҙән сират тормаҫ шул, “халыҡ мөхәббәте” һүрелде инде уға ҡарата. Әйткәндәй, 25 миллион һумдың ҡайҙалағы һаман асыҡланмаған.