1 октябрҙә Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө билдәләнә. Ул оло йәштәге кешеләргә иғтибарҙың, уларҙың хеҙмәттәрен таныуҙың, рәхмәт белдереүҙең һәм өлкән быуынға ихтирам күрһәтеүҙең айырым көнө.
Был көндө ҡалабыҙҙың “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгендә байрамға бағышланған саралар үтәсәк. Көндөҙгө сәғәт 2-нән алып 3-кә тиклем халыҡҡа социаль ярҙам итеү, “Ғаилә” үҙәктәре хеҙмәткәрҙәре, ҡала дауахана табиптары, ҡала хужалығы идаралығы, торлаҡ, пенсия фонды идаралыҡтары белгестәре өлкәндәрҙең һорауҙарына яуап, шулай уҡ кәңәштәр бирәсәк. Сәғәт 3-тә байрам концерты көтә һеҙҙе. Ә киске 5-тә бушлай “Герой” кинофильмы күрһәтелә.