газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Сентябрь 2019, 13:39

Хайуан хайуанлығын итә

Баймаҡ районында үгеҙ ниндәйҙер сәбәптәр буйынса хужаһына ташланған һәм уны күп тапҡыр һөҙгөләгән. Пенсионер алған йәрәхәттәрҙән ваҡиға урынында йән биргән. Хәлде тикшереү дауам итә.

Баймаҡ районында үгеҙ ниндәйҙер сәбәптәр буйынса хужаһына ташланған һәм уны күп тапҡыр һөҙгөләгән. Пенсионер алған йәрәхәттәрҙән ваҡиға урынында йән биргән. Хәлде тикшереү дауам итә.


Үгеҙҙе карантинға ҡуйғандар. Был турала республиканың ветеринария идаралығы хәбәр итә.


“Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, үгеҙ һимертеүҙә булған. Малға быйыл апрелдә ҡотороу сиренә ҡаршы вакцина яһағандар. Әле үгеҙҙә был сирҙең тышҡы билдәләре юҡ, уны карантинға яптылар”, – тиҙәр ведомствола.


Һимертелгән үгеҙҙе, моғайын, күңелле яҙмыш көтмәйҙер...
Читайте нас: