Синоптиктарҙың оҙайлы ваҡытҡа күҙаллауҙары бик аныҡ булмаһа ла, 58-81 процент ихтималлыҡ менән тормошҡа аша. Шулай итеп, Башҡортостан халҡын быйыл ниндәй ҡыш көтә икән?
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, быйыл ҡыш ҡаты һалҡындар, көслө ҡарлы бурандар, экстремаль һыуыҡ температуралар көтөлмәй. Һауа температураһы ла нормаға ярашлы буласаҡ, ти Рәсәй гидрометеоүҙәк белгестәре.
Алдағы айҙарға айырым туҡталғанда, һауаның уртаса температураһы октябрҙә 3,3 градус йылы, ноябрҙә – 4,2, декабрҙә – 10,8, ғинуарҙа – 14,8, февралдә – 13,3, мартта 6 градус һалҡын буласаҡ. Был күрһәткестәр күп йыллыҡ климатик нормаларҙан юғарыраҡ.