газета "Салауат"
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Сентябрь 2019, 10:06

“Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре асыла

24 сентябрҙә телекүпер тәртибендә Рәсәй төбәктәрендә “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәрен асыу сараһы булды. Был эш “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” федераль проектына ярашлы башҡарыла.

24 сентябрҙә телекүпер тәртибендә Рәсәй төбәктәрендә “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәрен асыу сараһы булды. Был эш “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” федераль проектына ярашлы башҡарыла.

Башҡортостанда Кушнаренко ауылындағы 1-се урта мәктәп нигеҙендә “Үҫеш нөктәһе” үҙәгендә федераль телекүпергә тоташыу ойошторолдо.

– Бер йылда ике меңдән ашыу мәктәптә яңы институциялар асыуға йүнәлтелгән проекттарҙы бер юлы тормошҡа ашырыу тәжрибәһе булғаны юҡ ине. Был – ғәйәт ҙур команда, уҡытыусыларҙың тырыш хеҙмәте, балаларға технологияларҙы файҙаланыу мөмкинлеген биргән өр-яңы донъя, – тине Рәсәйҙең мәғариф министры урынбаҫары Марина Ракова.


“Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” федераль проектына ярашлы асылды. Был маҡсатҡа быйыл ғына федераль ҡаҙнанан өс миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде. Һанлы, тәбиғи фән һәм гуманитар йүнәлештәге белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу өсөн матди-техник базаны яңыртыуға республика 208, 5 миллион һум аҡса алды.


Яңы уҡыу йылында “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәрендә балалар ата-әсәләре менән ғәҙәти булмаған сағыу бүлмәләргә инә. Уларҙы яңы ҡорамалдар, логотиптар йәлеп итә. Һәр үҙәк өр-яңы белем биреү киңлеген тәшкил итә. Унда йәштәргә информатика, технологиялар, йәшәйеш именлеге нигеҙҙәре буйынса белем бирәсәктәр.


Бөгөн Рәсәйҙә 2049 “Үҫеш нөктәһе” үҙәге асылды. Уларҙың һаны буйынса республикабыҙ төбәктәр араһында өсөнсө урынды биләй.
Читайте нас: