Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Сентябрь 2019, 17:19

Ҡасан юлды тәртипкә килтерербеҙ?

Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров төбәк юлдарындағы тәртипһеҙлек темаһын күтәрҙе.

Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров төбәк юлдарындағы тәртипһеҙлек темаһын күтәрҙе.


– Ҡасан юлды тәртипкә килтерербеҙ? – тип мөрәжәғәт итте ул Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Тимур Мөхәмәтйәновҡа. – Ниңә мин урынға барып күргәс кенә барыһы ла йүгерешә башлай? Ниңә Өфөгә Нуғай яғынан ингән юл ҡот осҡос хәлдә? Ундағы сүп-сар көрәк менән һоҫоп алырлыҡ. Ниңә үлән сабылмаған? Бындай хәл ҡасан туҡтар?


Тимур Мөхәмәтйәнов бөтә иҫкәрмәләрҙең иҫәпкә алыныуы тураһында әйтте. Төбәк Башлығы юл хужалығы хеҙмәттәрен ҡаты тәнҡитләне. Ҡалаларға инеү юлдарына иғтибарҙы көсәйтергә ҡушты.

– Юлға ҡағылышлы киҫәтеү яһап арыным. Һеҙҙән тәҡдимдәр көтәм. Юлдың насар икәнлеген күрһәм, һеҙгә һәм башлыҡҡа шелтә эләгәсәк. Ике шелтәнән һуң хушлашырға тура киләсәк, – тине ул Тимур Мөхәмәтйәновҡа.
Читайте нас: