газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Сентябрь 2019, 11:01

Ысынлап та кейәү ун йәшлекме әллә?

Мексикала социаль селтәрҙә ошо фотоны ҡарамаған кеше ҡалмағандыр, моғайын. Һәм күптәрҙе туйҙағы кәләштең ҡәҙимге ҡыҙ, ә кейәүҙең күп булһа ун йәштәге малай булыуы аптырата.

Мексикала социаль селтәрҙә ошо фотоны ҡарамаған кеше ҡалмағандыр, моғайын. Һәм күптәрҙе туйҙағы кәләштең ҡәҙимге ҡыҙ, ә кейәүҙең күп булһа ун йәштәге малай булыуы аптырата.

Был фото менән журналистар ҙа ҡыҙыҡһынған һәм улар хәҡиҡәтте асыҡлай алған.


Баҡтиһәң, илдең Гереро штатында ысынлап та ошондай туй булып үткән. Әммә фотолағы малай ғәмәлдә 20 йәшлек егет икән. Һирәк сир арҡаһында ул үҙ йәшенән күпкә кесерәк күренә һәм буйға ла үҫә алмаған. Шулай ҙа балаларса ҡиәфәте уға ғүмерлек йәрен табырға, ә тегеһенә ошо егет менән сәстәрен сәскә бәйләргә ҡамасауламаған.
Читайте нас: