Республикабыҙҙың мәҙәни һәм әҙәби тормошондағы шиғриәт бәйгеләре араһында өсөнсө йыл рәттән үткәрелеп килгән “Йөрәк һүҙе” халыҡ һөйөүен ныҡлы яуланы.
Быйыл ул уғата үҙенәлекле булмаҡсы – сара Мостай Кәримдең 100 йыллығына һәм Театр йылына бағышлана. Бынан тыш, бәйге үҙ тарихында беренсе тапҡыр “Башҡортостан” дәүләт концерт залында уҙасаҡ, һәм унда тик сәхнә әһелдәре ҡатнашасаҡ. Быларҙың барыһы хаҡында “Йөрәк һүҙе”нең авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наилә Сәфәрғолова бәйгегә арналған махсус кәңәшмәлә белдерҙе.
“Беренсе, икенсе, өсөнсө урындарҙан тыш, “Йөрәк һүҙе” бәйгеһендә “Тамашасы һөйөүе”, “Иң яҡшы шиғыр” номинациялары һәм Зәйтүнә Бикбулатова исемендәге премия булдырылды. Тағы ла конкурс барышында өр-яңы ике проекттың исем туйы үтәсәк, әммә улар әлегә сер. Икеһе лә халыҡҡа оҡшар, тип уйлайым.
“Йөрәк һүҙе” – туған телебеҙҙе һаҡлау, үҫтереү маҡсатында уйлап сығарылған проект. 2017 йылда башҡорт телен уҡытыу мәсьәләһе киҫкен торғанда, халыҡ һәр ваҡыт әйтер һүҙе тейешле ергә барып етһен өсөн урамға сығырға тейеш микән, тигән һорау тыуҙы. Был хәлде аңлы рәүештә, йөрәк менән яйға һалыу юлдары уйланылды. Ошондай фекерҙәр һөҙөмтәһендә яралды “Йөрәк һүҙе”. Телебеҙгә булған һөйөүебеҙҙе, сафлығыбыҙҙы сәхнәгә алып сығайыҡ, – тине Наилә Сәфәрғолова, ойоштороусыларға һәм ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп.
Бәйгелә йәмғеһе 16 артист ҡатнашасаҡ, барыһының да театраль белеме булырға тейеш. Улар элеккесә парлашып түгел, берәрләп майҙан тотасаҡ. “Йөрәк һүҙе”нең бер этабы Мостай Кәрим шиғырҙарына арналһа, икенсе, өсөнсө баҫҡыста һүҙ оҫталары үҙҙәре һайлаған шағирҙарҙың ижад емештәре менән бүлешәсәк.
Мәртәбәле сара 9 ноябрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында уҙасаҡ.