газета "Салауат"
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Сентябрь 2019, 09:50

Владимир Путин йыһан карабының тишелеү сәбәптәрен белә

Мәғлүм булыуынса, былтыр августа йыһандағы “Союз МС-09 карабы тишелгәйне. Ул мәлдә уның бортында Рәсәй һәм Америка космонавтары эшләй ине.

Мәғлүм булыуынса, былтыр августа йыһандағы “Союз МС-09 карабы тишелгәйне. Ул мәлдә уның бортында Рәсәй һәм Америка космонавтары эшләй ине.

Һауа сығыуға сәбәпсе булған екте етди тикшереү башланды. Төрлө фекерҙәр булды. Берәүҙәр – “карапты эшләгәндә битарафлыҡҡа юл ҡуйылған”, икенселәр иһә “уны американдар тишкән” тип иҫәпләне.
Кисә “Роскосмос” етәксеһе Дмитрий Рогозин: “Ектең барлыҡҡа килеү сәбәбе билдәле, “әммә һеҙгә бер нәмә лә әйтмәйәсәкбеҙ, сөнки беҙҙә лә ниндәй ҙә булһа сер һаҡланырға тейеш”, - тип белдерҙе.
Шул уҡ ваҡытта Рәсәй Президенты Владимир Путинға “Союз” йыһан карабының тишелеү сәбәптәрен асыҡлау буйынса мәғлүмәт еткерелгән, ул был турала хәбәрҙар.
#ВладимирПутин
Читайте нас: