газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Сентябрь 2019, 11:58

Өс балаһы ла һөйләшә белмәй

Яр Саллы ҡалаһында бер ғаиләнән өс “маугли” бала табылған.

Яр Саллы ҡалаһында бер ғаиләнән өс “маугли” бала табылған.


Яңғыҙ әсәнең өс малайы – 4, 8 һәм 12 йәшлек балалар һөйләшә лә белмәй, бер ҡасан да урамға сыҡмаған. Етмәһә, бик күп сирҙәрҙән интегәләр. Әсәләренә 32 йәш, ул йыйыштырыусы булып эшләй. Балаларҙы төрлө ирҙәрҙән тапҡан, тик уларҙың тәрбиәһе менән бөтөнләй шөғөлләнмәгән. Малайҙар кейем-һалым, тәм-том, уйынсыҡтар, гигиена әйберҙәрен күрмәгән. Фатирҙа антисанитария хөкөм һөргән.


Аҡыл яғынан насар үҫешкән балаларҙы әсәнән тартып алғандар һәм Лениногорск ҡалаһындағы махсус приютҡа урынлаштырғандар. Табиптар тарафынан иң ҙуры инвалид, тип табылған. Ҡатынға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Читайте нас: