Билдәле йырсы Лилиә Биктимерованың instagram сайтындағы фото сығыу менән, был туралағы шау-шыу тағы ҡуйырҙы.
Фотола Радик Юлъяҡшин, йәғни Элвин Грей Гөлназ Асаеваның ҡустыһы Кәрим менән төшкән. Етмәһә, әсә кеше: "Кәрим Радикты бик оҡшата. Икеһе бергә булғанда бик күңелле, шаярышып, уйнашып алалар. Прическаны ла Радик ағайҙыҡы кеүек кәрәк, тип киҙәтте" - тигән яҙма ҡуйған.
Шунан бирле ике йырсыға ла тынғылыҡ юҡ. Гөлназ менән Радикка бер туҡтауһыҙ:
- Ҡәйнәңә ҡунаҡҡа барҙыңмы?
- Буласаҡ кейәү никахҡа нимә бүләк итә? - тигән кеүегерәк һорауҙар яуа башлаған.
Әлегә йәштәр ҙә, ата-әсәләр ҙә яуап бирмәй. Кәримдән һорар кәрәк, моғайын. Ағаймы, әллә еҙнәйме, тип!