Кисә төбәк Башлығы Радий Хәбиров үткәргән сираттағы оператив кәңәшмәлә экология мәсьәләһе ҡаралды.
Республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Урал Искәндәров һүҙҙәренсә, 2024 йылға ҡалаларҙа санкцияланмаған 24 сүп-сар өйөмө бөтөрөләсәк, улар араһында өсәүһе айырыуса хәүефле – Стәрлетамаҡ районындағы “Михайловка” сәнәғәт ҡалдыҡтары, Баймаҡтағы Семеновка алтын эшкәртеү фабрикаһы һәм Өфөләге элекке “Химпром” биләмәһендә йыйылған шлам.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ районындағы һыу объекттарының экологик торошон тикшереү буйынса ведомство-ара эш төркөмө булдырырға ҡушты.
“Миңә ундағы ағып сыҡҡан һыу менән нимә булғаны хаҡында видео күрһәттеләр. Сәстәр үрә торорлоҡ! – тине төбәк етәксеһе. – Ике аҙнала был хәлде асыҡлағыҙ. Зыян билдәләнгән осраҡта ғәйепле предприятие уны компенсацияларға тейеш”.
Радий Фәрит улы шулай уҡ Салауатта, Стәрлетамаҡта, Сибайҙа һауаның бысраныуын мониторинглаусы автоматлаштырылған станциялар төҙөүҙе контролдә тоторға ҡушты.