газета "Салауат"
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Сентябрь 2019, 17:10

Тағы ла шул өйҙәш ир, үгәй атай

Башҡортостан кешеһен 13 йәшлек ҡыҙыҡайҙы көсләүҙә ғәйепләйҙәр. Полицияға был туралағы ғариза менән баланың 33 йәшлек әсәһе мөрәжәғәт иткән.

Башҡортостан кешеһен 13 йәшлек ҡыҙыҡайҙы көсләүҙә ғәйепләйҙәр. Полицияға был туралағы ғариза менән баланың 33 йәшлек әсәһе мөрәжәғәт иткән.

Уның һүҙҙәре буйынса, 32 йәшлек өйҙәше 26 июлдән 5 авгусҡа тиклемге арауыҡта ҡыҙҙы мәсхәрәләгән. Ҡатын был көндәрҙә өйҙә булмаған.


Ысынбарлыҡ ни бары ике айҙан һуң ғына асыҡланды. Билдәле булыуынса етенсе класс уҡыусыһы Өфөнөң мәктәп-интернатында уҡып йөрөй.


Әле оперативниктар ғәйепләнеүсе ирҙе ҡулға алған һәм тәфтиш комитетына килтергән. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Читайте нас: