Шишмә районы үҙәгендә ҙур юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.
Ленин урамында Hyundai автомобиле руле артында ултырған ҡатын, идара итеүҙе юғалтып, балалар майҙансығы ҡоймаһына бәрелгән һәм туҡталҡаға осҡан.
Тәүҙә Оpel машинаһына барып һуғылған, аҙаҡ инерция буйынса туҡталҡалағы автомобилдәрҙең барыһы ла, домино кеүек, бер-береһенә бәрелгән. Шулай итеп, алты машина зыян күргән. Ә Hyundai ҡаты һуғылыуҙан әйләнеп киткән.
Бәхеткә ҡаршы, һәләк булғандар юҡ. Водитель бер аҙ йәрәхәттәр алған. Мәғлүмәттәр буйынса, ҡатын кеше иҫерек көйө руль артына ултырған булған.
Бер тәүлек эсендә республикала 41 иҫерек водитель тотолған, 14 автомобиль аварияһы теркәлгән, ике кеше һәләк булған.