Башҡортостанда үткән аҙнала автомобиль аварияларында ун кеше һәләк булған. Был мәғлүмәттәр менән Башҡортостандың Баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов үҙенең блогында уртаҡлаша.
Аҙна дауамында 69 авария теркәлгән. Уларҙа 77 кеше йәрәхәтләнгән, 30 бәрелеш һәм 19 йәйәүлене тапатыу осраҡтары булған. ЮХХДИ инспекторҙары 16378 юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоу осрағын асыҡлаған, 275 иҫерек водителде ҡулға алған. 409 ҡаршы һыҙатҡа сығыу осрағы теркәлгән, 392 машинала балалар ҡағиҙәне боҙоп сәйәхәт иткән.
Автобус водителдәре 763 тапҡыр ҡағиҙә боҙһа, йәйәүлеләр – 436-ны. 363 водитель йәйәүлене үткәрмәгән. Шулай уҡ инспекторҙар 840 элек һалынған штрафты түләмәү осрағын асыҡлаған.