22 сентябрҙә Өфөлә, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында, Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса «Һеңлекәш» фильмының премьераһы уҙҙы.Премьера Башҡортостандың халыҡ шағиры, күренекле яҙыусы, драматург һәм йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейында ҙур мәҙәни ваҡиға булды.
Фильмды ҡарарға тотош республика йәмәғәтселеге йыйылды, премьерала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та бар ине.
Фильм Белорет районының Яңы Хәсән ауылында төшөрөлгән. Проект өсөн махсус рәүештә ҡуйыусы рәссам Вячеслав Виданов етәкселегендә декораторҙар 1940 йылдарҙағы өйҙәрҙең аныҡ күсермәләрен төҙөгән. Фильмдың режиссеры — танылған актер һәм режиссер Александр Галибин.
Фильмда төп ролдәрҙе 7 йәшлек Арыҫлан Ҡырымсурин (Йәмил) менән 9 йәшлек Марта Тимофеева (Оксана) бик оҫта башҡарҙы. Арыҫлан беренсе тапҡыр ғына киноға төшһә, йәш актриса — ысын йондоҙ. Марта Тимофееваның иҫәбендә кинола һәм сериалдарҙа 40-тан ашыу эше бар. «Һеңлекәш»тә төшөү өсөн Мартаға башҡорт телен өйрәнергә тура килгән.
«Һеңлекәш» фильмы — башҡорт, украин һәм рус телдәрендә. Унда Илгизә Ғилманова, Виталий Салий, Рәүис Заһитов, Тимур Ғарипов, Гөлназ һәм Руслан Хайсаровтар, Сәғиҙулла Байегет, Ирала Ҡадирова, Йософ һәм Фәнис Рәхмәтовтар һәм башҡалар йәлеп ителгән. Шулай уҡ «Рейд» хәрби-тарихи клубынан 10-дан ашыу кеше ҡатнаша.
«Һеңлекәш» хәрби драмаһын Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Мостай Кәрим исемендәге фонд булышлығында «Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһы төшөргән. Кинотаҫманың прокаты менән Walt Disney компанияһы шөғөлләнә. 19 сентябрҙә картина киң прокатҡа сыҡты. Фильм ай дауамында прокатта күрһәтелә, ә һуңынан 20 октябрҙә – Мостай Кәримдең тыуған көнөндә Рәсәйҙең «Мәҙәниәт» каналында эфирға сыға.