Башҡортостан 21 сентябрҙән илдең күп кенә төбәктәрендә старт алған «Мөмкинлектәр тигеҙлеге» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды.
Төбәк халҡына хәйриә проектына ҡушылыуҙы һорап Башҡортостан Башлығының ҡатыны Каринэ Хәбирова мөрәжәғәт итте.
“Маҡсат ябай – йәмғиәттә үҙенсәлекле кешеләргә мөнәсәбәтте үҙгәртеү. Акцияға ҡушылығыҙ! Бының өсөн бер көн йәки сәғәтте һис кемгә лә оҡшамаған, әммә беҙҙең иғтибар һәм ярҙамға шундай мохтаж кеше менән үткәреү ҙә етә... Ә бәлки, киреһенсә, һеҙ ундайҙарҙан көс-ҡеүәт туплайһығыҙҙыр. Иң мөһиме – үҙенсәлекле кешеләргә башҡаса ҡарағыҙ...” – тип яҙғайны Каринэ Хәбирова социаль селтәрҙә.
Ошо йылдың апрелендә Башҡортостан Хөкүмәте менән “Мөмкинлектәр тигеҙлеге” хәйриә фонды араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
"Башҡортостан был ғәмәл буйынса Рәсәйҙең 11-се субъекты булды, – тип белдергәйне ул ваҡытта фонд президенты Елена Ульянова. – Документ беҙгә Башҡортостанда ла, шулай уҡ илдең башҡа төбәктәрендә лә тормошҡа ашырыла торған уңышлы проекттар менән алмашыу мөмкинлеген бирә".
«Мөмкинлектәр тигеҙлеге» фонды программаһы инклюзия мәсьәләләре буйынса 13 меңдән ашыу белгесте берләштерә. Проект Global Hundred баһалауы буйынса донъяның иң яҡшы 100 белем биреү инновацияһына ингән.