Бөгөн Салауат халҡы бер маҡсат менән берләште - ҡала эргәһенән ағыусы Ағиҙел ярҙарын сүп-сарҙан таҙартыу өсөн ҙур өмәгә сыҡты. Уҡыусылар, студенттар, врачтар, уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, төрлө ойошма хеҙмәткәрҙәре - барыһы ла изге эштән ситтә ҡалманы.