газета "Салауат"
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Сентябрь 2019, 16:57

Һөйләшә лә белмәйҙәр

Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында полиция хеҙмәткәрҙәре бер фатирҙа ағалы-ҡустылы өс малай-мауглиға юлыҡҡан.

Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында полиция хеҙмәткәрҙәре бер фатирҙа ағалы-ҡустылы өс малай-мауглиға юлыҡҡан. Асыҡланыуынса, төрлө ирҙән бала тапҡан 32 йәшлек ҡатын 4, 8 һәм 12 йәшлек малайҙарҙың яҙмышы менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмаған, йүнле тәрбиә бирмәгән. Әсәй кеше ғәзиздәренең аслы-туҡлы көн итеүенә, кейергә әйберҙәре булмауына ла иғтибар бирмәй, унда-бында кәйеф-сафа ҡороп йәшәгән. Шуныһы үкенесле: бала саҡтарын өс малай бысраҡ фатирҙа ғына үткәргән. Улар урамға ла сыҡмағандар, хатта йоҡларға карауаттары ла булмаған. Бер ниндәй тәрбиә алмағас, улар уҡый ҙа, яҙа ла белмәйҙәр, хатта һөйләшмәйҙәр ҙә. Ә гигиена тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Бынан тыш, балаларҙың береһе лә балалар баҡсаһына ла, мәктәпкә лә йөрөмәгән. Малайҙарҙың әсәһенә ҡарата "Балиғ булмағандарҙы тәрбиәләү буйынса бурыстарын үтәмәгәне өсөн" статьяһы буйынса эш ҡуҙғатылған. Әсә кеше әле өйҙә һаҡ аҫтында, ә балалар махсус учреждениеға оҙатылған.
Читайте нас