Ғафури районының Красноусол ауылында сабый һәләк булған. Яҡынса мәғлүмәттә буйынса, бәпестең үле кәүҙәһен 17 сентябрҙә иртән уның ата-әсәһе тапҡан. Бер аҙнанан балаға туғыҙ ай тулырға тейеш булған. Хоҡуҡ һаҡлау органдарынан хәбәр итеүҙәренсә, бында криминал юҡ. Баланың тәнендә йәрәхәт эҙҙәре табылмаған. Фекерҙәр буйынса, ул сәңгелдәгендә тонсоҡҡан. Әле сабыйҙың кәүҙәһен суд-медицина экспертизаһына ебәргәндәр. Унда үлемдең аныҡ сәбәптәре асыҡланасаҡ.