газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Сентябрь 2019, 12:16

Тәүге эш хаҡына әсәһенә күлдәк һатып алған

Билдәле модель Ирина Шейктың (Шәйхелисламованың) тамырҙары Башҡортостандан икәне барыбыҙға ла билдәле. Ул егерме йәшендә Парижда эшләй башлаған, хәҙер инде бөтә донъяға танылған кеше. Әммә ул тыуған яғын бер ҡасан да онотмай.

“Ҡәҙерле атайымды бик иртә юғалттыҡ. Мине һәм апайымды аяҡҡа баҫтырыу өсөн әсәйем бер түгел, өс эштә тир түгә ине. Шуға уға, апайыма ярҙам итеү өсөн модель булырға ҡарар иткәйнем. Тәүге эш хаҡыма әсәйемә күлдәк һатып алдым һәм фатирыбыҙға ремонт эшләттек”, – тип хәтерләй Ирина Шейк.

Супермодель үҙ өләсәһе Ғәлиә Ғәйнислам ҡыҙы Шәйхелисламова тураһында һәр саҡ йылы хәтирәләр яҙа, сөнки тап ул әсәһе эшләгән саҡта ейәнсәрҙәренә ныҡлы терәк-таяныс була.

Сибайҙа йәшәгән ошо өләсәһе 91 йәшендә яҡты донъя менән хушлашҡайны. Ул 19 ғына йәшендә үҙ теләге менән Бөйөк Ватан һуғышына киткән. Бына ошондай ҡыйыу кешенең ейәнсәре лә үҙе кеүек батыр, матур булып буй еткергән.

“Өләсәйем менән ғорурланам” тип яҙа һәр саҡ Ирина һәм уны һағыныуын белдерә.
Читайте нас