Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Сентябрь 2019, 11:48

Әсәһе ҡыҙын дауалауҙан баш тартҡан

Өфөлә йәшәгән Илмира Юлдыбаеваның дүрт йәшлек ҡыҙын дауалау өсөн тартып алғандар.

Өфөлә йәшәгән Илмира Юлдыбаеваның дүрт йәшлек ҡыҙын дауалау өсөн тартып алғандар.


Баҡтиһәң, бәләкәскә шәкәр диабеты тигән диагноз ҡуйылған. Әсә менән бала дауаханала ятҡан, әммә аҙаҡ ҡатын госпитализациянан баш тартҡан һәм ҡыҙын өйҙә дауалаған.


Уларҙың фатирына йыш ҡына опека һәм попечителлек органы хеҙмәткәрҙәре килеп йөрөгән. Белгестәр Илмира Юлдыбаеваның туғандарына дауаланмау һөҙөмтәһендә ҡыҙыҡайҙың яҡты донъя менән хушлашыу ихтималлығы хаҡында иҫкәрткән. Әйткәндәй, табиптар консилиумы баланы мотлаҡ дауалау хаҡында ҡарар ҙа сығарған. Эш хатта судҡа барып еткән һәм унда ла табиптарҙың фекерен яҡлағандар.


Шулай итеп, дүрт йәшлек Камилла башта – реанимацияла, әле дауахана бүлексәһендә дауалана. Уның хәле уртаса ауыр тип баһалана.


Ә Илмира Юлдыбаева балаһын Мәскәүҙәге дауаханаға алып барырға теләгән. Бының өсөн уның хатта йүнәлтмәһе булған. Һәр әсә кеүек, ул да ғәзиз балаһына бары яҡшылыҡ теләгәндер. Шуға ул ҡыҙын илдең баш ҡалаһындағы дауалау учреждениеһына алып барырға ниәтләгәндер. Тик сир, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көтөп тормай шул... Уны тиҙ арала “ауыҙлыҡларға”кәрәк.
Читайте нас: