Нефтекама ҡалаһында 23 йәшлек егеткә һәм уның һеңлеһенә билдәһеҙ кеше бысаҡ менән һөжүм итә. 20 йәшлек ҡыҙҙың - эсен, ә ағаһының билен һәм ҡулын яралай. Һөжүм иткәндән һуң, ир ҡаса. Зыян күреүселәр полицияға ғариза яҙған. Енәйәтсене эҙләү буйынса эш башланған. Ваҡиға сәбәптәр асыҡлана.