Ата-әсәләр өсөн «Шалом» исеме аҫтындағы проектҡа 252 миллион һум аҡса һалынған. Оло йәштәгеләр һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн пансионат Өфө эргәһендәге Башҡортостан сәскәләре ҡасабаһында урынлашҡан.
Социаль объект 2016 йылда раввин Дан Кричевский башланғысы менән төҙөлә башлаған.
Биш ҡатлы бинала 110 кеше даими йәшәргә, өҫтәүенә көн һайын 70-тән ашыу кеше көндөҙгө стационар процедураларын алырға мөмкин. Ата-әсәләр өсөн йортта люкс һәм эконом-класлы номерҙар, Мостай Кәрим исемендәге китапхана, тамашалар залы, гидромассаж бассейны, физиотерапия һәм массаж кабинеттары, тренажер залы, ашхана, ғибәҙәт ҡылыу бүлмәһе бар. Пансионатты асыу тантанаһында бөтә конфессия вәкилдәре, шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
«Быны тыуған Башҡортостаныбыҙҙа ғына күрергә мөмкиндер, моғайын: тәүҙә сара ҡурай моңо менән асыла, аҙаҡ иврит, рус һәм башҡорт телдәрендә йырлайҙар, — тип билдәләне республика етәксеһе. — Беҙ ҙур, мөһим, күптән көтөлгән ваҡиғаның шаһиты булдыҡ. Был ҡарттар йорто түгел, ә тап ата-әсәләр өсөн йорт, сөнки уның концепцияһы оло йәштәгеләрҙең бәхетле йәшәүенә, оҙон ғүмер кисереүенә, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәүенә ҡайтып ҡала».
«Шалом» ата-әсәләр йорто төҙөлөшөнә аҡсаны Башҡортостандың йәһүдтәр ойошмаһы һәм бағыусылар бүлгән.