газета "Салауат"
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Сентябрь 2019, 16:44

Башҡа балаларҙы ҡурҡытыр тип, балалар баҡсаһына алмайҙар

Өс йәшлек Софияны балалар баҡсаһына алмайҙар. Йәнәһе, ул үҙенең йәмһеҙ ҡиәфәте менән башҡа балаларҙы ҡурҡытасаҡ.

Өс йәшлек Софияны балалар баҡсаһына алмайҙар. Йәнәһе, ул үҙенең йәмһеҙ ҡиәфәте менән башҡа балаларҙы ҡурҡытасаҡ.Стәрлетамаҡ районының Алтаны ауылында йәшәгән ҡыҙыҡайҙың, ысынлап та, бер ни тиклем үҙенсәлектәре бар: уның бите деформациялы тыуған, ҡулы һәм аяғында бармаҡтары ҡушылып үҫкән. Шулай уҡ София әлегә һөйләшә белмәй. Башҡа яҡтан ул ғәҙәти бала: ишетә, күрә, үҙе ашай, тыныс ҡына уйнай, атлай. Бынан тыш, бала бик алсаҡ һәм наҙлы, ул тиңдәштәре араһында дуҫтар таба алыр ине. Тик уны башҡа кескәйҙәрҙе ҡурҡытасаҡ тип, балалар баҡсаһына алмағандар.

Ғиззәтуллиндар - ябай ғаилә. Атай кеше - автобус водителе, әсәһе - хужабикә. Ғаиләлә ныҡ аҡса етмәй. Өйҙәрендә һыу ҙа, мунсалары ла юҡ, йыуынырға күршеләренә йөрөйҙәр. Газ плитәһе иҫкереү һәм йүнәтеп булмау сәбәпле, газдарын да өҙгәндәр. Бер һүҙ менән әйткәндә, улар ауыр хәлдә. Әсәһе эшләһә, бәлки хәлдәре яҡшырыр ине лә бит, тик баҡсаға алмағас, баланы башҡа ҡарар кеше юҡ. Әле ирекмәндәр был ғаиләгә нисек тә ярҙам итергә тырыша.
Читайте нас: