Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Сентябрь 2019, 10:10

158 ауыл бер нисә сәғәткә электр утһыҙ ҡалған

Республикала сыҡҡан көслө дауыл арҡаһында ағастар йығылып автомобилдәргә зыян килеү һәм электр сымдары өҙөлөү осраҡтары теркәлде. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иртәгә лә ошондай уҡ һауа торошо һаҡланыуын иҫкәртә. Өҫтәүенә, ямғыр һәм борсаҡ яуыуы ла көтөлә.

Кисә ғәрәсәт тотош республика буйлап үтте. Электр сымдары өҙөлөүгә бәйле, 158 ауыл утһыҙ ҡалған. Эҙемтәләрҙе бөтөрөүгә электр компанияларынан өс йөҙләп хеҙмәткәр һәм 2 йөҙгә яҡын техника йәлеп ителгән.
Дауылдан Өфө, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Ҡырмыҫҡалы, Бәләбәй райондары айырыуса ныҡ зыян күргән. Өфөлә хатта, бейек төҙөлөш краны карусель шикелле әйләнеп торған.

Читайте нас: