газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Сентябрь 2019, 09:33

Владимир Путиндан ярлыҡау

Рәсәй Президенты Владимир Путин хөкөмгә тарттырылған өс кешене төрмәнән ваҡытынан алда сығарыу ҡарарын белдергән.

Рәсәй Президенты Владимир Путин хөкөмгә тарттырылған өс кешене төрмәнән ваҡытынан алда сығарыу ҡарарын белдергән.

Уларҙың береһе – биш бала әсәһе Наталья Сапоцкая. Наркотиктар таратыуҙа ғәйепләнгән ҡатындың төрмә срогы 3,5 йылға ҡыҫҡартылған, ул 2021 йылдың февралендә иреккә сығасаҡ.

Икенсе ҡатын Оксана Ивасюк үҙенә ҡарата көс ҡулланған ирен үлтереүҙә ғәйепләнә. Хеҙмәт ветераны, 81 йәшлек Алексей Давыдов, бәхәсләшкәндә ҡыҙып китеп, кешегә бысаҡ менән ташланғаны өсөн хөкөм ителгән, ғәйебен тулыһынса таныған, килтерелгән матди зыянды ҡаплаған.

Президент, гуманлылыҡ принциптарына таянып, ошондай ҡарарға килгән.

#ВладимирПутин
Читайте нас: