- Әлегә Башҡортостан халҡы йыл һайын кәмей бара, ләкин беҙ был күренеште кире яҡҡа табан үҙгәртәсәкбеҙ: 2024 йылға республика халҡы кәмендә 4 миллион 100 мең кеше буласаҡ, - тине Радий Фәрит улы. - Бының өсөн һаулыҡ һаҡлау проблемалары менән ныҡлап шөғөлләнәсәкбеҙ. Кадрҙар етешмәүен тулыһынса хәл итәсәкбеҙ. Медицина ярҙамына мохтаж һәр кемдең аҙналар буйы сират көтмәүенә, ә табипҡа шунда уҡ эләгеүенә өлгәшәсәкбеҙ. Бының өсөн ауылдарҙа 20 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөләсәк, 147 модулле һәм 54 күсмә ФАП һатып аласаҡбыҙ.