Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Сентябрь 2019, 00:38

Сабыйҙың башында - йоҙроҡ хәтлем шеш

Рәсәй хирургтары өс йәшлек баланың баш мейеһенә ҡатмарлы операция яһап, коллегаларының юғары баһаһына лайыҡ булған.

Рәсәй хирургтары өс йәшлек баланың баш мейеһенә ҡатмарлы операция яһап, коллегаларының юғары баһаһына лайыҡ булған. Түбәнге Новгород ҡалаһында йәшәүсе сабыйҙа йоҙроҡ ҙурлығындай шеште табиптар асыҡлай. Ул мейене токсик матдәләр менән ағыулап, тын алыуҙы тотҡарлаған.

Шеш балала ярты йыл элек барлыҡҡа килә. Сабыйҙы баш ауыртыуы яфалай, тын алышы ауырлаша, тән ауырлығы арта. Хирургтар ике сәғәт ярым эсендә операцияны тамамлап, баланы шештән арындыра. Бәләкәй пациенттың хәле яҡшыра барыуына тотош коллектив шатлана, оҙаҡламай ҡыҙсыҡты өйөнә оҙатасаҡтар.
Читайте нас