газета "Салауат"
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Сентябрь 2019, 14:49

Саҡмағошта - фажиғә

Саҡмағош районында Саҡмағош - Дүртөйлө юлында 68 йәшлек ир “Лада Гранта” автомобилендә хәүефле боролошта идара итеүҙе юғалта һәм юлдан ситкә оса.

Саҡмағош районында Саҡмағош - Дүртөйлө юлында 68 йәшлек ир “Лада Гранта” автомобилендә хәүефле боролошта идара итеүҙе юғалта һәм юлдан ситкә оса.

Авария һөҙөмтәһендә уның 55 йәшлек пассажиры урында һәләк була. Водителде ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙаталар, күп тә үтмәй ул реанимация бүлексәһендә йән бирә.

Кисәге көндөң тағы ике үлемесле аварияһы йөк машиналары ҡатнашлығында була. Кис Дәүләкән районында 50 йәшлек Әлшәй районы кешеһе “Лада Калина” автомобилендә икенсе машиналарҙы уҙған саҡта ҡаршы килгән “Ауди”ға бәрелә. Был бәрелеш уны үҙенең һыҙатынан алып ташлай, машина бында “КамАЗ”ға килеп төкөлә. Һөҙөмтәлә, водитель урында йән бирә.

Икенсе авария ла Дәүләкәндә була. Төнгә ҡарай Али Карнай урамында 32 йәшлек “Део Нексия” водителе туҡтап торған “КамАЗ”ға барып бәрелә. “Ашығыс ярҙам” килгәнсе ул йән бирә.

Республиканың ЮХХДИ матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, кисә Башҡортостанда 12 автомобиль аварияһы теркәлгән. Уларҙа дүрт кеше һәләк булған һәм 14-е төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Читайте нас: