Яман шеш ауырыуынан яфаланған йырсы Нурия Абдуллинаға балалары ҙур бүләк эшләгән - Булат Йосоповтың "Беренсе Республика" фильмына алып барған."Хәлем тотороҡло, ҡәнәғәтләнерлек. Тормошомдоң бушлыҡҡа әйләнгән һуңғы йылдарында бәләкәй генә ҡыуаныслы ваҡиға булды - балаларым Булат Йосоповтың "Беренсе Республика" фильмына алып барҙы. Бының өсөн режиссерға һәм бөтә ижади төркөмгә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Көнләшеү, хыянат итеү кеүек күренештәр булмаһа, фажиғәләр аҙыраҡ һәм халыҡ күпкә бәхетлерәк булыр ине. "Родина" кинотеатрында туғандарым - ейәнсуралар ҡаршы алды. Әлбиттә, миңә былай йөрөргә ярамай, шулай ҙа бөтәһе лә яҡшы булыр тип ышанам", - тип яҙа йырсы "Бәйләнештә" төркөмөндә.