Новосибирск ҡалаһында була был хәл. Әсәй кеше ике йәшлек балаһын коляскала этеп барғанда, аяҡ аҫтында асфальт йырылып китеп, эшләнеп бөтмәгән йылылыҡ трассаһына барып төшә. Бала ундағы ҡайнар һыуҙа бешеп, реанимацияға эләгә. Ысын мәғәнәһендә ер убылды, ти шок хәлендәге ҡатын.
Бәлә булған ергә тәфтишселәр килеп тикшереү үткәргән, аҫта тағы ла бушлыҡтар булыуын асыҡлаған. Әле ғәйеплеләрҙе билдәләйҙәр. Ниһайәт, был урын уратып алынған. Кемдеңдер яуапһыҙлығы арҡаһында бала саҡ һәләк булмаған.