Федераль ҡануниәткә ярашлы, әгәр йылылыҡ үҙәкләштерелгән система аша тапшырыла икән, биш көн рәттән тыштағы һауаның уртаса тәүлек температураһы +8 градустан түбән булған осраҡта йылытыу миҙгеленә старт бирелә.
Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттары алдағы ҡышҡа әҙер. Был хаҡта оператив кәңәшмәлә Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаларын башҡарыусы Борис Беляев белдерҙе.
“Министрлыҡ тарафынан муниципалитеттар адресына, тәү сиратта, мәктәпкәсә, мәктәп һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына йылылыҡ биреү тураһында мөрәжәғәт йүнәлтелгән”, - тине ул.