Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Сентябрь 2019, 16:16

Тантана ҙур булмаясаҡ

Радий Хәбировтың Башҡортостан Башлығы вазифаһына рәсми инеү сараһы үтә тантаналы шарттарҙа үткәрелмәйәсәк, юғары ҡунаҡтар ҙа күпләп көтөлмәй. Был хаҡта Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев белдерҙе.

Радий Хәбировтың Башҡортостан Башлығы вазифаһына рәсми инеү сараһы үтә тантаналы шарттарҙа үткәрелмәйәсәк, юғары ҡунаҡтар ҙа күпләп көтөлмәй. Был хаҡта Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев белдерҙе.

- Сара эшлекле шарттарҙа, концертһыҙ, тантанаһыҙ, башҡа төбәктәрҙән саҡырылған күп һанлы ҡунаҡтарһыҙ үтәсәк. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашыуы көтөлә. Был тулыһынса Башлыҡтың эшлекле кәйефенә тап килә. Ант биреү, процедураға ярашлы башҡарылһа ла, бик мөһим юридик ғәмәл булып тора. Тап унан һуң Башлыҡ үҙенең вәкәләттәрен тормошҡа ашыра башлай, - тине ул.

Константин Толкачев билдәләүенсә, Башҡортостан Конституцияһына ярашлы, республиканың юғары вазифалы кешеһенең киң вәкәләттәргә хоҡуғы бар. Улар араһында – төбәкте ил Президенты һәм федераль власть органдары араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙә танытыу, Хөкүмәтте туплау, закондарҙы башҡарыуҙы контролдә тотоу, республика биләмәһендә башҡарыу мотлаҡ булған указ һәм күрһәтмәләр сығарыу. Башҡортостан Башлығы шулай уҡ башҡарма власҡа етәкселек итә.

– Башлыҡтың вазифаға рәсми инеүе Хөкүмәттең вәкәләттәре тамамланыуын аңлата. Республика етәксеһе уны яңынан формалаштырасаҡ. Төбәк менән етәкселек итеүҙең төп вазифаларына кемдәр килеүгә ҡарап, нигеҙҙә, республиканың киләһе биш йыллыҡтағы үҫеш юлы билдәләнәсәк, - тине Константин Толкачев.

Башҡортостан Башлығы инаугурацияһы иртәгә, 19 сентябрҙә, республиканың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай йортонда үтәсәк.
Читайте нас: