газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Сентябрь 2019, 16:27

Үлгән әсәһенең янында алты йәшлек малай биш көн ултырған

Башҡортостанда алты йәшлек малай бер нисә көн үлгән әсәһе янында булған.

Башҡортостанда алты йәшлек малай бер нисә көн үлгән әсәһе янында булған. Балалар баҡсаһы тәрбиәселәре бер нисә көн буйына әсәгә шылтырата алмаған һәм борсола башлаған. Уның фатирына ла инеп булмаған: ишек бикле, бер кем дә яуап бирмәгән. Һуңынан фатир асҡысы булған әхирәтен эҙләп тапҡандар. Ишекте асҡас, ҡот осҡос күренешкә тап булғандар: ҡатын үлгән, уның янында ябығыуҙың сигенә еткән бала ятҡан. Ғаилә имен һәм иҫәптә тормаған. Хәҙер бала реанимацияла ята. Уның хәлен тотороҡло ауыр, тип баһалайҙар. Ул һауыға башлаған. Баланың янында психолог бар. Консультация өсөн Яңауылға Республика балалар клиник дауаханаһынан табиптар килгән.

Вафат булған ҡатындың апаһын Мәскәүҙән эҙләп тапҡандар һәм ул Яңауылға ҡайтҡан да инде. Баланың башҡа яҡын туғандары тураһында әлегә бер нимә лә билдәле түгел: малайҙың тыуыу тураһында таныҡлығында атай тигән графала һыҙыҡ тора. Әсә улын яңғыҙы тәрбиәләгән.Ни өсөн алты йәшлек бала бер кемде лә ярҙамға саҡыра: батареяға, ишеккә һуға, тәҙрәне асып ҡысҡыра алмаған - әлегә был һорауға яуап юҡ. Балалар баҡсаһында малайҙың әүҙем һәм аралашыусан булыуын да әйткәндәр.

Балалар омбудсмены һүҙҙәренсә, малайҙың өҫ-башы ҡараулы, бөтә кәрәкле әйберҙәре булған. Хәҙер тәфтишселәр 44 йәшлек ҡатындың ни өсөн шундай аҙымға барғанын асыҡлай.
Читайте нас: