Дондағы Ростов ҡалаһындағы мәктәптәрҙең береһендә ата-әсәләр уҡытыусыны эштән ҡыуыуҙы талап итә. Насар уҡытҡаны йәки балалар менән тупаҫ мөғәлләмәлә булғаны өсөн түгел. Ата-әсәләргә уҡытыусы ирҙең ҡиәфәте оҡшамай. Баҡһаң, педагог тырнаҡ үҫтерә һәм уны буята икән. Йөҙ-ҡиәфәте лә ирҙәрҙекенә хас түгел, тип иҫәпләй улар. Ҡайһы берәүҙәр уның керпеген буяуы һәм тональ крем һөртөүе тураһында ла хәбәр итә. Ата-әсәләрҙә ирҙең енси ориентацияһында шик тыуған. Был ир бишенсе класс уҡыусыларын рус теленән һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Әйткәндәй, педагог булараҡ, унан барыһы ла ҡәнәғәт, балалар ҙа ағаларын бик ярата. Был осраҡ буйынса тикшереү булған, уҡытыусы менән һөйләшкәндәр һәм тырнағындағы буяуҙы юйырға ҡушҡандар. Ул эштән ҡыуылмаған.