Мәскәүҙә бер ҡатын өс һәм дүрт йәшлек сабыйҙарын эстакаданан ырғытҡан. Некрасов күперендә бер ҡатындың үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә, эргәһендә булмаған ирен әрләй-әрләй, ҡыҙҙарын этә-төртә барыуына иғтибар итәләр. Кешеләр уны туҡтатырға тырышып, балаларҙы яҡларға ынтыла, ә әсә сабыйҙарҙы эләктереп, эстакада яндауыры аша ырғыта. Ҡатындың сәсенән эләктереп туҡтатырға тырышалар, уға хатта ирҙәрҙең дә көсө етмәй.
Полицейскийҙар әсә кешене көс-хәл менән ҡулға ала. Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, ҡатын психиатрҙа иҫәптә торған. Бәхеткә күрә, ҡыҙҙар иҫән ҡалған, әммә улар ныҡ йәрәхәтләнгән.