11 сентябрҙә Өфөлә шаурма менән ағыуланғандан һуң 14 кеше дауаханала ята. Бөтәһе 16 кеше, шул иҫәптән биш бала зыян күргән. Бөтәһендә лә алтын төҫлө стафилококк табылған. Бистро хеҙмәткәрендә лә ошо бактерия табылған, ул сир сығанағы булғандыр, моғайын.«Халыҡ контроле» активистары шаурма һатҡан киосктар буйлап рейдтар үткәргән һәм уларҙың барыһында ла боҙоуҙар теркәгән. Алты киоскты япҡандар (бөтәһе лә кешеләр ағыуланған киоск хужаһыныҡы).