Өфө ҡалаһы мәктәптәренең береһендә әсә балаларға сей ит ашатҡандар тип бара. «Сей ит. Беҙҙең балалар хайуанмы ни!», - ти ул. Фотоһын да төшөрөп ебәргән.
Мәктәп директоры былай тип аңлата:
- Ашнаҡсы кәтлитте сәғәт ярым быҡтырып бешергән. Үҙем дә ашап ҡараным, ул ашарға яраҡлы, һәм, аңлауығыҙса, һаман һеҙҙең менән һөйләшеп торам һәм ағыуланмағанмын.
Кемгә ышанырға? Был ит ашарға яраҡлымы икән?