Рәсәй Президенты Владимир Путин Анкарала Сүриә буйынса саммитта Төркиә башлығы Рәжәп Тайып Эрдоган һәм Иран етәксеһе Хәсән Роухани менән осрашты.
Владимир Путин Эрдоган һәм Роухани менән халыҡ-ара көн тәртибендәге мөһим мәсьәләләрҙе тикшерҙе, шулай уҡ ике яҡлы хеҙмәттәшлек буйынса фекер алышты. Сүриәнең төньяҡ-көнсығышындағы хәлгә айырым иғтибар бирелде.
“Мәғлүм булыуынса, үҙәк хөкүмәткә буйһонмаған был биләмәләрҙә көсөргәнешлек һаҡланып ҡала, уларҙа террорсылар ҙа күп”, – тине Рәсәй Президентының ярҙамсыһы Юрий Ушаков журналистар менән әңгәмәләшкәндә.